Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Коронавирус
6 апрель 2020, 22:25

Республикала КВИ киң таралған төбәктәрҙән ҡайтҡан 18 кеше дауаханаға оҙатылған

Башҡортостанда уҙған тәүлектә 18 кеше ОРВИ диагнозы менән дауаханаға һалынған, уларҙың бөтәһе лә коронавирус инфекцияһы (КВИ) киң таралған төбәктәрҙән ҡайтҡан. Барыһынан да анализдар алынған.

Башҡортостанда уҙған тәүлектә 18 кеше ОРВИ диагнозы менән дауаханаға һалынған, уларҙың бөтәһе лә коронавирус инфекцияһы (КВИ) киң таралған төбәктәрҙән ҡайтҡан. Барыһынан да анализдар алынған.

Бынан тыш, үткән ял көндәрендә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының биш табибы «дауаханан тыш пневмония» диагнозы менән йоғошло сирҙәр дауаханаһына оҙатылған. Уларҙан да анализдар алынған.

Дөйөм алғанда, аҙна эсендә тәүлегенә 3-6 кеше коронавирусҡа шик менән дауаханаға һалынған. Апрель башына тәүлегенә 20-30 кеше дауаханаларға урынлаштырылған.

Читайте нас: