Юлдаш
+5 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
Конкурслар
4 март 2020, 18:05

«Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергәләп!» шоуында яҡташыбыҙ Эрик Әхмәтовтың йырынан эксперттарҙың күҙҙәрен йәшләнде

Стәрлетамаҡтан 20 йәшлек йырсы Эрик Әхмәтов федераль каналдың «Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергәләп!» проектында сығыш яһаны.

Стәрлетамаҡтан 20 йәшлек йырсы Эрик Әхмәтов федераль каналдың «Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергәләп!» проектында сығыш яһаны. Уның йырынан жюри ағзаларының күҙҙәре йәшләнде. Йырлар алдынан ул әсәһенең уны һәр ваҡыт ҙур сәхнәлә күрергә хыялланыуы, ләкин бер нисә ай элек яҡты донъя менән хушлашыуы хаҡында һөйләне.

«Бер нәмә лә әйтмәһә яҡшыраҡ булыр ине! Хәҙер тамаҡтағы төйөр менән нисек йырларға», — тип аптырашты эксперттар.

Олег Газмановтың «Әсә» йыры яңғырағас, ҡайһы бер жюри ағзалары күҙ йәштәрен тыя алманы.

«Һәр тыңлаусыға тәьҫир иткән йырҙар бар. Шуға күрә тамашасылар һәм эксперттар, телефонығыҙҙы алығыҙ һәм SMS яҙығыҙ йәки шылтыратығыҙ һәм әсәйҙәрегеҙгә яратыуығыҙҙы белдерегеҙ», — тип кәңәш бирҙе Николай Басков.

Эрик 88 тауыш йыйып, өс лидер иҫәбенә инде. Хәл иткес ҡаршы тороуҙа ул 92 балл йыйҙы һәм «Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергәләп!» шоуының финалына үтте.

Читайте нас в