Юлдаш
-3 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Конкурслар
11 гыйнвар 2019, 02:00

Республикала йәшәүселәрҙе «Етегән-2019» ғаилә ҡиммәттәре конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

«Етегән-2019» асыҡ республика конкурсы «Етегән» байрамы — ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап ойошторола. Конкурс 2019 йылдың 11 ғинуарынан 25 февраленә тиклем бара.

Байрам 2016 йылдан алып йыл һайын яҙҙың тәүге көнөндә — 1 мартта уҙғарыла. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм яҡлауға йүнәлтелгән. «Етегән-2019» асыҡ республика конкурсында теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Конкурста түбәндәге номинациялар ҡаралған:

Һөйөү тураһында шиғырҙар һөйләү;

Мөхәббәт хаҡында йырҙар башҡарыу;

Иң яҡшы башҡорт бейеүе;

Мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минутлыҡ) ;

Иң шәп башҡортса флаерҙар һәм открыткалар;

«Мөхәббәт» темаһына иң яҡшы фотоһүрәттәр;

Башҡорт йырҙарына һәм көйҙәре аҫтында «Етегән-2018» байрамына иң яҡшы флешмоб.

Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри һәр номинацияла өс призлы урынды билдәләй. Еңеүселәргә һәм лауреаттарға 2019 йылдың 1 мартында, «Етегән» байрамында, ойоштороу комитетынан дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.

Ғариза менән конкурс эштәрен 25 февралгәсә [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Бәйгене ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Читайте нас: