Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Конкурслар
27 август 2018, 02:00

Республикала «Бөтә ғаилә менән һайлауға» конкурсы башланды

Ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре Башҡортостанда «Бөтә ғаилә менән һайлауға» конкурсын башлап ебәрҙе.

Конкурста 18-30 йәшлек теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Төп шарт — 9 сентябрҙә тотош ғаилә менән һайлауға килеп, бергәләп фотоға төшөү, һуңынан уны «Бәйләнештә» йәки Instagram социаль селтәрҙәренә һалыу, фотоны ғаилә тураһында ҡыҫҡа хикәйә һәм #выбираювсейсемьей хэштегы менән тулыландырыу. Һөҙөмтәлә өс еңеүсе билдәләнә. Критерийҙар: фотоның үҙенсәлекле булыуы, ундағы ғаилә ағзалары һаны, конкурстың тематикаһына ярашлылыҡ. Акция 9 сентябрҙә «Бәйләнештә» йәки Instagram социаль селтәрҙәрендә уҙғарыла.

Йомғаҡ 2018 йылдың 10 сентябрендә яһала.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: