Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Икътисад
6 ноябрь 2020, 17:50

2021 йылда әсәлек капиталының күләме арттырыла

2021 йылда әсәлек капиталын индексация көтә, тип хәбәр итте ТАСС Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталинаға һылтанма менән.

2021 йылда әсәлек капиталын индексация көтә, тип хәбәр итте ТАСС Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталинаға һылтанма менән.

«Киләһе йылда әсәлек капиталы күләме индексациялана һәм артабан уны йыл һайын арттырыу планлаштырыла», — тине Ольга Баталина «Бергәләп балалар өсөн! Партнерлыҡтың төп программалары» Бөтә Рәсәй форумында.

Бынан алда Хеҙмәт министрлығы 2021 йылда әсәлек капиталы инфляцияның прогноз кимәлен иҫәпкә алып 3,7% артасағын хәбәр иткәйне. Уның күләме беренсе балаға — 483 882 һум, икенсеһенә 639 432 һум була.

Әсәлек капиталын биреү Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы әҙерләнгән «Демография» милли проектында ҡаралған.

2007 йылдан икенсе балаһы тыуған йәки тәрбиәгә алған (шулай уҡ артабанғы бала, әгәр быға тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡ булмаһа йәки юлланмаһа) ғаиләләр ошондай дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы.

2020 йылдан беренсе балаһы донъяға килгән ғаиләләрҙең дә әсәлек капиталына хоҡуғы бар.

2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тәүге балаһы тыуған ғаиләләр өсөн әсәлек капиталы күләме 466 617 һум тәшкил итә.

2020 йылдан икенсе сабыйы донъяға килгән ғаиләләр өсөн әсәлек капиталы 150 мең һумға арттырыла.

Читайте нас: