Рәсәй президенты Владимир Путин пандемияға бәйле бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса күрелгән сараларҙы оҙайтыу тураһында иғлан итте. Эшҡыуарҙарға киләһе йылға планлы тикшереүҙәргә мораторийҙан тыш, һалым һәм страховка взносы буйынса ваҡыт тағы өс айға оҙайтыла. Был хаҡта ул бөгөн Ҡырымда «Рәсәй саҡыра!» форумында белдерҙе.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компаниялары өсөн пандемиянан зыян күргән тармаҡтарҙа һалым һәм страховка взносы буйынса кисектереүҙәр ҡаралғайны. «Ләкин бөтәһе лә үҙ хәлен тергеҙә алманы, проблемалар бар», — тип президенттың һүҙҙәрен килтерә «Российская газета». Был тәү сиратта дөйөм туҡланыу, шулай уҡ башҡа хеҙмәттәр, тине ул.
Шулай уҡ Путин бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты планлы тикшереүҙәргә мораторийҙы киләһе йылға таратырға ҡарар ителеүен дә иҫкә төшөрҙө. Шулай итеп, миллион кеше эшләгән ун меңләгән компанияға йөкләмә кәмей, тип йомғаҡ яһаны дәүләт башлығы.