Юлдаш
-3 °С
Ачык
Барлык яңалыклар
Икътисад
9 июль 2020, 18:15

Республика шифаханалары июлдә иң популяр 10 ял итеү урыны исемлегенә инде

Башҡортостан юғары туристик миҙгелдә иң популяр 10 ял итеү урыны исемлегенә инде, тип хәбәр итте ТурСтат...

Башҡортостан юғары туристик миҙгелдә иң популяр 10 ял итеү урыны исемлегенә инде, тип хәбәр итте ТурСтат. «Рәсәй шифаханалары.рф» сервисы мәғлүмәттәре буйынса, тәүге унау иҫәбендә – Ҡырым, Сочи, Анапа, Кисловодск, Ессентуки, Геленджик, Пятигорск, Железноводск, Башҡортостан һәм Мәскәү өлкәһе.
Туристарға Ҡырым шифаханаларында йәшәү, туҡланыу һәм дауаланыу тәүлегенә уртаса 3,45 мең һумға, Сочиҙа – тәүлегенә 3,9 мең һумға, Анапала — 3,76 мең һумға төшә, Ставрополь курорттарында (Кисловодск, Ессентуки, Пятигорск һәм Железноводск) — 3,1-ҙән 3,6 мең һумға тиклем, Башҡортостанда — 3,2 мең һум, Мәскәү өлкәһендә — 3,8 мең һум.
Һамар өлкәһендә һәм Карелияла июлдә шифаханала ял итеү арзаныраҡ – тәүлегенә 2,5 мең һум.
Читайте нас: