Хөкүмәт әсәлек капиталына сертификат алыуҙы ябайлаштырырға ниәтләй. Тиҙҙән уны бала табыу йортона ингәндә тапшырылған мәғлүмәттәр нигеҙендә алырға мөмкин. Был хаҡта Беренсе каналда «Ғәҙеллеккә хоҡуҡ» тапшырыуы эфирында Рәсәйҙең Финанс министрлығы башлығы Антон Силуанов белдерҙе.
«Әгәр элек бихисап ҡағыҙ, инструкция тултырырға кәрәк булһа, тиҙҙән әсәлек капиталы һәм тейешле таныҡлыҡ алыу өсөн буласаҡ әсәнең бала табыу йортона ингән саҡта тултырған мәғлүмәттәре лә етергә тейеш», — тип белдерҙе Силуанов.
Шулай итеп, бала табыу йортонан сыҡҡанда уҡ ҡатын-ҡыҙ йә электрон почтаһында, йә үҙенең мобиль ҡоролмаһында әсәлек капиталы тураһында сертификатҡа эйә булырға йәки уны ҡағыҙ рәүешендә барып алырға мөмкин, тине министр. Ул шулай уҡ түләү йәш ғаиләләргә өҫтәмә аҡса һәм күсемһеҙ милек алырға ярҙам итергә тейешлеген билдәләне.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 15 ғинуарҙа Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә 2020 йылдың 1 ғинуарынан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәрҙе күҙ уңында тоторға ҡушты. Президент һүҙҙәренсә, был аҡса килеме бер кешегә йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләргә түләнә, ә алыу процедураһы мөмкин тиклем ябайлаштырыла.