1 февралдән Рәсәйҙә социаль түләүҙәр һәм пособиелар 3% индексациялана. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының тейешле ҡарары һөйләшеп килешеү өсөн Финанс министрлығына, Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәрелгән, тип хәбәр итте «Известия».
Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, һүҙ Советтар Союзы Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Дан орденының тулы кавалерҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарына, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙарына айлыҡ түләүҙәр хаҡында бара. Шулай уҡ ветерандарға түләүҙәр, инвалидтарға оҙатып йөрөүсе эттәрҙе аҫрау өсөн компенсациялар, радиация фажиғәләре һәм ядро һынауҙары һөҙөмтәһендә радиацияға дусар булған граждандарға компенсациялар һәм башҡа түләүҙәр тураһында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса хөкүмәткә 2026 йылға тиклем әсәлек капиталын йыл һайын индексацияларға һәм беренсе балаға аҡса бүлергә йөкләмә бирҙе. Рәсәй президенты сайтында баҫылған йөкләмәләрҙә ошо хаҡта һүҙ бара.
Шулай уҡ Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе балаһы тыуған (уллыҡҡа алған) ғаиләләргә әсәлек капиталына хоҡуҡ бирергә ҡушты. Аҡсаның күләме 466 617 һум тәшкил итергә тейеш, ә ошондай ғаиләләрҙә икенсе бала донъяға килгән (уллыҡҡа алынған) осраҡта түләүҙең күләме 150 000 һумға арта.
Әсәлек капиталын алмаған ғаиләләр өсөн 2020 йылдың ғинуарынан ғаиләлә икенсе бала тыуғанда ул 616 617 һум була. Был йөкләмәләр 2020 йылдың 15 апреленә хәтлем үтәлергә тейеш.