Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Икътисад
20 ноябрь 2019, 02:00

Башҡортостан делегацияһы Австрияла юл төҙөлөшө технологияларын эҙләй

Австрияла республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ASFINAG компанияһы вәкилдәре һәм эшлекле даирәләре менән осрашты. Фирмаға Башҡортостанда пилот майҙансығын ҡарау тәҡдиме индерелде, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Австрияның транспорт министры Андреас Райхарт Башҡортостан эксперттары өсөн тематик семинарҙар ойошторорға әҙер булыуҙарын белдерҙе һәм хәрәкәтте ойоштороу, транспорт ағымдарын контролдә тотоу системаларын өйрәнеү өсөн республика белгестәрен Австрияға саҡырҙы.

Башҡортостан властары Европа иле менән бәйләнештәргә ҙур иғтибар бүлә. Быйыл июнь айында Венала республика вәкиллеге асылды. Дипломатик майҙансыҡ Европаның башҡа илдәре менн бәйләнештәр булдырыуҙа мөһим роль уйнар һәм төбәктең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итер тип күҙаллана. Шулай уҡ йәй көнө Өфө – Вена тура авиабәйләнеше асылды.

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Транспорт форумы бара, унда Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша.
Читайте нас: