2020 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы күләме 13 мең һумға артып, 466 меңгә етергә тейеш. Бөгөн әсәләргә 453 мең һум күләмендә аҡса бирелә. Был хаҡта хөкүмәт ултырышында премьер-министр Дмитрий Медведев хәбәр итте. Ошо маҡсатҡа ил бюджетына 316 миллиард һум аҡса һалынды.
Рәсәй Федерацияһы бюджеты тураһындағы законға ярашлы, алдағы өс йылда Рәсәй капиталының байтаҡ өлөшөн медицинаны үҫтереүгә һәм диспансерлаштырыуға йүнәлтәләр. Киләһе йылда Мотлаҡ медицина страховкалау фонды сығымдары яҡынса 2,4 триллион һум була.