Юлдаш
-5 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Икътисад
7 август 2019, 02:00

Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡом малы заводындағы хәл-торош менән танышты

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың Дүртөйлө районына эш сәфәре саф тоҡомло эре малдарҙы үрсетеүгә һәм юғары продуктлы ауыл хужалығы культураларын үҫтереүгә махсуслашҡан Ленин исемендәге тоҡом малы заводы менән танышыуҙан башланды.

Тоҡом малы заводының генераль директоры Альберт Дәүләтбаев һүҙҙәренсә, хужалыҡтың ауыл хужалығы биләмәләре майҙаны 9,5 мең гектар тәшкил итә. Эре малдар һаны — 2,3 мең баш, шул иҫәптән 1 500-ҙән ашыуы — һөт йүнәлешле. Һөт һәм малсылыҡ продукцияһын етештереү йылдан-йыл арта, быйыл байтаҡ күрһәткестәр буйынса үҫеш — яҡынса 10%. Йыл һайын хужалыҡтың автомобиль, трактор паркы яңыртыла, малсылыҡ фермаларына капиталь ремонт үткәрелә. Льготалы кредит һәм республика субсидиялары ярҙамы менән һимертеү майҙансығы һәм йәш малдар өсөн корпус төҙөкләндерелгән. Шулай уҡ һыйыр һауыу залы өсөн яңы ҡорамал һатып алынған.

Радий Хәбиров хужалыҡтың әлеге ваҡытта арпа йыйыу эштәре барған баҫыуын ҡарап сыҡты, хужалыҡ етәкселеге һәм механизаторҙар менән аралашҡанда эш шарттары һәм хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса, тоҡом малы заводы буйынса уртаса эш хаҡы 24,5 мең һум тәшкил иткән.

Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Ислакаев журналистар менән аралашҡанда һауа шарттарының урып-йыйыу эштәренә ҡамасаулауын билдәләне. Бөгөнгә 40 мең сәсеүлек майҙандарының 10% уңыш йыйып алынған.

«Быйыл беҙҙә ужымдың 45% һәләк булды, уларҙы яҙғы культуралар менән ҡапларға тура килде. Уңыш бар, техника 100 процентҡа әҙер, көндәр генә аяҙ торһон», — тине Салауат Ислакаев.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин

Читайте нас: