Рейтингты төҙөүселәр билдәләүенсә, Хәбиров июнь менән сағыштырғанда 26-сы урындан 19-сыға күтәрелгән. Шул рәүешле бик көслө йоғонтоло губернаторҙар иҫәбенә ингән.
«Башҡортостан етәксеһе Дмитрий Медведев менән осрашыуы һәм хөкүмәт башлығының Ишембайҙа махсус иҡтисади зона булдырыу тураһында башланғысты хуплауы фонында бик көслө йоғонтоло төркөмгә күсә», — тип асыҡлыҡ индерҙе эксперттар.
«Бик көслө йоғонтоло» башлыҡтар рейтингын Мәскәү мэры Сергей Собянин аса, икенсе урында — Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров, өсөнсөлә — Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов. Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Артюхов исемлектә һуңғы урында килә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы