Хөкүмәт пенсияның билдәләнгән өлөшөнә 25 процентлыҡ өҫтәмә алған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре исемлеген киңәйтте, тип хәбәр итә ТАСС Хеҙмәт министрлығына һылтанма менән. «Рәсәй Хөкүмәтенең 2019 йылдың 25 июнендәге 805-се ҡарары менән һөнәрҙәр һәм вазифалар исемлегенең яңы редакцияһы раҫланды. Яңы редакция быға тиклем исемлеккә индерелмәгән үҫемлекселек, малсылыҡ, балыҡсылыҡ һөнәрҙәрен үҙ эсенә ала», — тип билдәләнеләр ведомствола.
17 апрелдә премьер-министр Дмитрий Медведев ошо өҫтәмәне алған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре исемлеген яңынан ҡарарға ҡушты.
Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәте буйынса, исемлек эшселәр, ауыл хужалығы өлкәһендәге шәхси эшҡыуарҙар, склад мөдирҙәре, ауыл хужалығы техникаһын һәм етештереү ҡорамалын хеҙмәтләндереүгә, ремонтлауға, шулай уҡ ауыл хужалығы етештереү объекттарын һаҡлауға бәйле кешеләр кеүек категориялар менән киңәйтелде.
«Исемлек хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһен һәм халыҡтың мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып төҙәтелде. Граждандарҙың пенсия хоҡуҡтарын үтәү маҡсатында яңы нормалар 2019 йылдың 1 ғинуарына барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла», — тип асыҡлыҡ индерҙе Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин.
Рәсәй Пенсия фонды баһаһы буйынса, исемлектең яңы редакцияһы менән өҫтәмә алыусылар һаны 3 процентҡа йәки яҡынса 30 мең кешегә арта.
2019 йылдың 17 июненә ҡарата, Рәсәй Пенсия фондының территориаль органдары 923 мең самаһы кешегә өҫтәмә түләй. Уларға түләүҙәр 1,3-1,4 мең һумға арттырылды.