«Быйыл майҙа төбәктә халыҡтың 30,8%, — минималь, ә 37,3% максималь күләмдә эшһеҙлек пособиеһын алған», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда эшһеҙҙәр Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы 86,3 мең кеше тәшкил итә. Уларҙың 23 меңдән күберәге — рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр.
Ағымдағы йылдың беренсе кварталында эшсе көстәрҙе һайланма тикшереү мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны — 1,9 миллион самаһы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева