Юлдаш
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
Икътисад
25 декабрь 2018, 02:00

Башҡортостанда тәүге бала өсөн 300 мең һумға ғаризалар 2019 йылдың 1 июленә тиклем ҡабул ителә

2017 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 31 декабренәсә тәүге балаһы тыуған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған субсидиялар алыуғағаризалар 2019 йылдың 1 июленә тиклем дауам итә.

«7,8 меңдән ашыу ғаилә ошондай ғариза яҙған да инде. 2000-дән күберәк таныҡлыҡ бирелгән, бөгөнгә уларҙың барыһы ла тиерлек түләнгән. 500 миллион һум самаһы үҙләштерелгән», — тип аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин.

Республиканың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты вәкиле билдәләүенсә, 2017 йылда ҡабул ителгән ҡарарҙың шарттары буйынса, ғаиләләр әлеге хоҡуҡтан 2019 йылдың 1 июленә тиклем файҙалана ала. Шуға ярашлы, ошо датаға ҡәҙәр программала ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Түләүҙәр 2020 йылдың 1 майына тиклем дауам итә.

«2017 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 31 декабренә ҡәҙәр тыуған тәүге балаға бер тапҡыр бирелә торған субсидия алыу өсөн тәү сиратта теркәлгән урын буйынса муниципаль берәмек хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында торорға тейеш. Һуңынан бөтә тейешле документтар менән йә күп функциялы үҙәк филиалына, йә иһә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғә итеү зарур», — тип өҫтәне Егор Родин.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева


Читайте нас: