Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Икътисад
11 декабрь 2018, 02:00

Йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлеге 36 яңы препарат менән тулыланды

Йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлеге 36 яңы препаратҡа артты. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2019 йылға раҫланған исемлегендә хәҙер 735 атама һәм дарыу формалары бар.

2018 йылда исемлектә 699 дарыу ине. Был исемлек йыл һайын раҫлана: ҡайһылыр препараттарҙың яңы һәм файҙалырағы менән алмаштырылыуы мөмкин, йәки мохтаждар өсөн кәрәкле дарыуҙар өҫтәлә. Атап әйткәндә, гемофилия, муковисцидоз, гипофизар нанизм, Гоше ауырыуы, яман шеш сирҙәренән, хәтер тарҡалыуҙан яфаланған, ағзалары күсереп ултыртылған пациенттар өсөн.

2019 йылғы исемлеккә С гепатитын һөҙөмтәле дауалау өсөн кәрәкле софосбувир өҫтәлгән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре әҙерләгән тулы исемлек менән Рәсәй Хөкүмәте сайтында танышырға мөмкин. Ҡиммәтле дарыуҙар исемлеге бер препарат менән тулыланған. Ә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дарыуҙарҙың минималь ассортиментына вирусҡа ҡаршы бер препарат индерелгән.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева

Читайте нас: