Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Икътисад
7 декабрь 2018, 02:00
«Башҡортостан сода компанияһы»на сеймал сығанағы табылды: Торатау эшкәртелмәй
«Башҡортостан сода компания»һы өсөн сеймал базаһы итеп Ҡуштау һайланған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенән.
Шулай итеп, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре статустарына эйә Торатау менән Йөрәктау эшкәртелмәй. Хөкүмәттәге сығанаҡ хәбәр итеүенсә, Ҡуштауҙы эшкәртеү рекультивация менән барһын өсөн уны иғтибар менән күҙәтергә тейештәр.
Ҡуштау – өс шихандың береһе, Башҡортостандың Ишембай районында Стәрлетамаҡтан 18 саҡрым көнсығышта һәм Өфөнән 140 саҡрым көньяҡта урынлашҡан. Тау эргәһендә генә Шихан, Үрнәк ҡасабалары һәм Ҡуштау тау саңғыһы үҙәге бар.
Быға тиклем «Башҡортостан сода компания»һы вәкилдәре Ҡуштау сеймалының химик составы етештереү өсөн ҡулай түгел тип белдергәйне. Республика хөкүмәте компанияға сеймал сығанаҡтары сифатында Ғүмәр ятҡылығын һәм башҡа сығанаҡтар тәҡдим итһә лә, «Башҡортостан сода компания»һы уларҙың береһен дә ҡабул итмәне. Компанияла әйтеүҙәренсә, Торатау производствоға яҡын урынлашҡан һәм эзбиз составы буйынса ҡулай сығанаҡ. Ғалимдар ҙа – биологтар, археологтар, экологтар һәм киң йәмәғәтселек шиханды, атап әйткәндә, Торатауҙы эшкәртеү идеяһын хупламаны.
Әлеге ваҡытта «Башҡортостан сода компания»һы Шәкетауҙы эшкәртә. Хәҙер тау ҡаҙылып бөткән тиерлек, сеймал запасы, компания раҫлауынса, дүрт йылға етерлек. Алдан
киң мәғлүмәт саралары яҙғанса
, Ҡуштау запасы комбинаттың 50 йыл буйы өҙлөкһөҙ эшләүенә етергә тейеш.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла