Юлдаш
+2 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Икътисад
26 октябрь 2018, 02:00

Башҡортостанда тракторҙар йыя башлайҙар

Башҡортостанда аграрий ғалимдарының һәм ауыл хужалығы техникаһы етештереүселәренең берләштерелгән проекты тормошҡа ашырыла башлай.

Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы предприятиела МТЗ тракторын йыйыуға тотоналар. Тракторҙарға Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары уйлап сығарған юғары технологик игенселек системаһы ҡуйыла.

«Тракторҙарҙы республика биләмәһендә йыйыу беҙҙең аграрийҙар өсөн уларға хаҡты осһоҙлата. Икенсе ыңғай яғы – агрегаттарға ҡуйыласаҡ юғары технологик игенселек системаһы. Ул ауыл хужалығы эштәрен уҙғарыуға сығымдарҙы өстән бер өлөшкә кәметә ала. Ошондай сит илдә етештерелгән системаны алыу аграрийҙарға миллион һумдан күберәккә төшөр ине. Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдарының эше 10 тапҡырға тиерлек осһоҙораҡ, әммә файҙаһы аҙ түгел», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов.

Уның һүҙҙәренсә, Өфө районында йыйыу цехын тантаналы асыу 29 октябрҙә була.

Белешмә

«АгроКомпас» эшсе исеме аҫтында аппарат-программа комплексын Башҡорт дәүләт аграр университетында уйлап сығарырғандар һәм ул ауыл хужалығы етештереүендә юғары технологик игенселек системаһы элементы сифатында файҙаланыу өсөн тәғәйенләнгән.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева

Читайте нас: