Юлдаш
-5 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Икътисад
2 октябрь 2018, 02:00
Рәсәйҙәрҙе тупланма пенсияға «өндәшмәйенсә» күсереү күҙаллана
Рәсәйҙәрҙе тупланма пенсияның яңы системаһына «өндәшмәйенсә» күсерергә йыйыналар, тип хәбәр итә РБК. Һуңғы ике йылда Финанс министрлығының һәм Үҙәк банктың индивидуаль пенсия капиталы тураһында проекты әҙерләнә һәм тикшерелә, уны 2020 йылда индереү күҙалланғайны.
Индивидуаль пенсия капиталы граждандарҙың эш биреүсе аша йәки үҙаллы рәүештә Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына аҡса күсереп, үҙҙәренең пенсияһына йыйыуын күҙ уңында тота. Түләү күләмен беренсе йылда 0% алып биш йылдан 6% тиклем арттырырға уйлайҙар. Яңы система 2014 йылда «туңдырылған» тупланма пенсияны алмаштырыуға йүнәлтелгән. Элекке тәртиптән айырмалы, был «капитал» граждандарҙың милкенә әүерелә, йәғни уны йәнә «туңдырыу» мөмкин түгел. «Туңдырылған» аҡсалар кире ҡайтарылмай.
Индивидуаль пенсия капиталы программаһы тәү сиратта тупланма системала торғандарға ҡағыла. Рәсәй Пенсия фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, улар — 76 миллиондан ашыу кеше.
Уларҙы Индивидуаль пенсия капиталына автоматик рәүештә, өндәшмәйенсә күсереү күҙаллана. Әлеге программала ҡатнашырға теләмәгәндәр баш тарта ала. Граждандарға ошо мөмкинлек тураһында хәбәр итеү эш биреүсегә йөкмәтелер, моғайын.
Рәсәй Пенсия фондына граждандарҙың эш хаҡынан 22% тотоп алып ҡалына. Быға тиклемге тупланма системала 6% — пенсияның тупланма өлөшөнә, 16% страховка өлөшөнә йүнәлтелә ине. «Өндәшмәүселәрҙең» аҡсаһы менән «Внешэкономбанк»тың дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды идара итә.
Яңы тупланма система ни өсөн индерелә? Бер яҡтан, был — өҫтәмә пенсия тәьминәте, икенсенән, иҡтисадты үҫтереү өсөн ресурс, тип иҫәпләйҙәр Финанс министрлығында.
http://www.bashinform.ru/news/1218728-perevesti-rossiyan-na-nakopitelnye-pensii-predpolagaetsya-po-umolchaniyu/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла