Юлдаш
+2 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Икътисад
1 август 2018, 02:00

Рөстәм Хәмитов «Баҫыу көнө-2018» семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты

31 июлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Ҡырмыҫҡалы районында булды. Төбәк етәксеһе көньяҡ урман-дала зонаһы буйынса «Баҫыу көнө-2018» ауыл хужалығы культураларын урып-йыйыуҙы ойоштороуға арналған зональ семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.

– Ауыл хужалығы өсөн иң ҡыҙыу мәл – урып-йыйыу эштәре ваҡыты етте. Бөгөн беҙ «Баҫыу көнөн» яңы форматта уҙғарабыҙ. Әгәр элек тотош республиканы йыйһаҡ, хәҙер зональ эш алып барабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.

Яҙҙың һалҡын килеүе арҡаһында сәсеү кампанияһы ауыр булды, әммә был уңышҡа тәьҫир итмәне, тип иҫкә төшөрҙө төбәк башлығы.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: