Юлдаш
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Икътисад
31 июль 2018, 02:00

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 3,5 меңдән ашыуы балалар пособиеһының яңы төрөн ала 10:30, 31 июля 2018 Иҡтисад

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 3500-ҙән ашыуы балалар пособиеһының яңы төрөн ала, тип хәбәр иттеләр 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына йомғаҡтар буйынса Хеҙмәт министрлығы коллегияһы ултырышында.

Атап әйткәндә, беренсе бала тыуыу (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыу) менән бәйле айлыҡ түләүҙе ошо осор эсендә республикалағы 2 мең самаһы ғаилә юллаған. Түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 63 миллион һум тәшкил иткән.

Бындай айлыҡ түләүҙең күләме 8892 һум тәшкил итә. Башҡортостанда 1,6 меңдән ашыу ғаилә 2018 йылда аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләлә өсөнсө йәки артабанғы булып тыуған баланың өс йәшенә тиклем айлыҡ аҡсалата түләү ала. Уларҙың һәр ҡайһыһына айына 8 993-шәр һум ҡаралған.

Ошо яңы пособие төрө буйынса дөйөм түләүҙәр күләме республикала тәүге ярты йылда 68 миллион һум тәшкил иткән.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева

Читайте нас: