Юлдаш
-11 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Икътисад
11 июль 2018, 02:00

Башҡортостан аграрийҙары кәрәкле бесән һәм сенаж күләменең өстән бер өлөшөн әҙерләгән

Башҡортостанда яҡынса 300 мең гектар күп йыллыҡ үлән йәғни бөтә күләмдең 61 проценты сабылған, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Мәҫәлән, Саҡмағош районында эштәр ахырына яҡынлаша, бында күп йыллыҡ үләндәр майҙанының 95 проценты сабылған, ә бесән һәм сенаж кәрәкле күләмдән яртыһы әҙерләнгән.

Баҡалы һәм Шаран райондарында 15 проценттан кәм үләнде сабырға ҡалған. Бесән әҙерләү күләме буйынса Ейәнсура районы алдынғы килә. Бында 10,1 мең тонна мал аҙығы әҙерләнгән. Сенажды соҡорға иң күберәге дүртөйлөләр һалған – 53,6 мең тонна.

Республика буйынса бөтәһе 229 мең тонна бесән һәм 555 мең тонна сенаж әҙерләнгән, ул кәрәкле күләмгә ҡарата 31% һәм 33% тәшкил итә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: