Юлдаш
-3 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Икътисад
5 июль 2018, 02:00

Өлкәндәр һәм балалар өсөн сит ил паспортына яңы хаҡтар билдәле булды

Рәсәй Президенты Владимир Путин сит ил паспорты биреү өсөн дәүләт пошлинаһын 3,5 меңдән 5 мең һумғаса арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ берҙәм хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан. Ул бер айҙан үҙ көсөнә инә.

Закон тарафынан 14 йәштән кесе граждандарға сит ил паспорты биреү өсөн дәүләт пошлинаһы 1,5 меңдән 2,5 мең һумғаса күтәрелә. Пошлина электрон мәғлүмәт йөрөтөүсе яңы быуын паспорттарына ғына арттырыла.

Төҙәтмәләр менән яңы дәүләт пошлинаһы төрө лә билдәләнә – шул иҫәптән юғалған йәки яраҡһыҙ тип табылған урынына транспорт сараһын теркәү тураһында таныҡлыҡ биреү өсөн, әгәр документ яңы быуын пластик нигеҙендәге материалдарҙан эшләнһә. Был осраҡта пошлина күләме 1,5 мең һум тәшкил итә, тип хәбәр итә ТАСС.

Милли водитель таныҡлығының яңы өлгөһөн биреү өсөн, шул иҫәптән юғалғандың йәки яраҡһыҙ булғандың алмашына, дәүләт пошлинаһы 3 мең һум тәшкил итә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева


Читайте нас: