0 °С
Болытлы
Рәсәйҙә 5 июлдән температура 32 градустан юғарыраҡ булған осраҡта федераль трассаларҙа ҙур йөк машиналарының хәрәкәте сикләнә. Бындай көндәрҙә фуралар киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем йөрөй ала. Был ҡағиҙә ҙур пассажир автобустарына ҡағылмай, тип иҫкә төшөрҙөләр «Приуралье» идаралығында. Сикләү ауыр йөк тейәгән транспорт асфальтты боҙмаһын өсөн кәрәк. Тыйыу 31 авгусҡа тиклем ғәмәлдә була. Фараз буйынса, 32 градустан юғарыраҡ эҫелек йыш көтөлмәй.