Юлдаш
+2 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Икътисад
21 июнь 2018, 02:00

Республикала торлаҡ төҙөүҙең кәмеүе күҙәтелә

Тәүге биш айҙа Башҡортостанда дөйөм майҙаны 616,8 мең квадрат метрлыҡ 6771 фатир сафҡа индерелгән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 14,4 процентҡа аҙыраҡ, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Йыл башынан республикала һәр мең кешегә 152 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында йорттарҙы сафҡа индереү буйынса икенсе, йән башына торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән алтынсы урынды биләй.

Торлаҡ төҙөлөш структураһында халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында һалған торлаҡ өлөшө 81,7 процент тәшкил иткән. Майҙаны 503,7 мең квадрат метрлыҡ 4638 шәхси йорт төҙөлгән, йәки 2017 йылдың ғинуар-майына 90,6 процент.

Төҙөүселәр — республиканың юридик берәмектәре быйыл тәүге биш айҙа дөйөм майҙаны 113,1 мең квадрат метрлыҡ йорт һалған. Был бер йыл элекке менән сағыштырғанда 31,2 процентҡа аҙыраҡ.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева

Читайте нас: