Юлдаш
-5 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Икътисад
31 Май 2018, 02:00
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда бензинға хаҡтарҙың артыу сәбәбен атаны
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт нефть компанияларын нефть продукттарын һатыу күләмен кәметеүҙә ғәйепләне. Ведомство фекере буйынса, ул АИ-92 һәм АИ-95 маркалы бензиндарға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙың артыу сәбәбе булыуы ихтимал, тип хәбәр итә
ТАСС
.
Миҫалға, Башҡортостанда яғыулыҡ ҡойоу станцияларында хаҡтар май айында алты тапҡыр күтәрелде.
«Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярышлы, 20 майға ҡарата бензин буйынса ваҡлап һатыу хаҡының үҫеше – 5,3 процент самаһы, дизель яғыулығына 5,9 процентҡа яҡын тәшкил иткән. Яғыулыҡ ҡойоу станцияларында ваҡлап һатыу хаҡының артыуы быйылғы йылдың мартынан нефть продукттарына күмәртә хаҡының күтәрелеүе, шул иҫәптән нефть компанияларының биржа һатыуҙарында һәм биржанан ситтәге сегментта мотор яғыулыҡтары тәҡдименең етмәүе һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан. Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт анализы нефть продукттарына биржалағы, шулай уҡ биржанан ситтәге сегментта ихтыяждың ҡәнәғәтләндерелмәүен күрһәтә», — тип белдерҙе Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Анатолий Голомолзин.
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт «Роснефт»кә нефть продукттарын һатыу күләмен кәметеү менән бәйле иҫкәртеү биргән һәм компанияға 8 июнгә тиклем боҙоуҙы хәл итергә ҡушҡан. Ул тоноҡ нефть продукттарын етештереүҙе һәм эске баҙарға дүрт яҡлы килешеү буйынса бурыстар менән ҡаралған күләмде тотороҡло тәьмин итергә тейеш.
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт шулай уҡ «Газпром»дан, «Газпром нефт»тән һәм «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән 3 июнгә тиклем экспортҡа тура ебәрелгән бензиндың артыуына техник-иҡтисади дәлилләгәндәрен һорай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла