Юлдаш
+12 °С
Ачык
Барлык яңалыклар
Икътисад
23 Май 2018, 02:00

Рөстәм Хәмитов: «Инвестицияларҙы нефть эшкәртеү һәм нефть-газ химияһы предприятиеларын яңыса ҡороуға йүнәлтергә кәрәк»

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында барған Рәсәй нефть-газ химияһы форумының «Рәсәй донъялағы нефть-газ химияһы тармағын үҫтереү трендтарында» пленар ултырышында сығыш яһаны.

Ултырыш башланыр алдынан төбәк етәксеһе 10 илдән һәм Рәсәйҙең 32 төбәгенән 320-нән ашыу алдынғы тармаҡ компаниялары тәҡдим иткән XXVI «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһе экспозицияһы менән танышты. Тәҡдим ителгән продукцияның 80 проценты – илебеҙҙҙә етештерелгән тауарҙар. Ҡатнашыусыларҙың дүрттән бер өлөшө – Башҡортостан предприятиелары.

Ултырышты асып, Рөстәм Хәмитов: Бөтөн донъя яғыулыҡ-энергетика баҙары лидерҙарының береһе булған Рәсәй – тармаҡтағы дөйөм хәлгә ҙур йоғонто яһай, тип билдәләне. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, илебеҙ донъяла нефть сығарыу буйынса абсолют лидер һәм газ сығарыу буйынса донъяла икенсе булды.

— Һуңғы тиҫтә йылда донъя баҙарында иҡтисади алымдар менән алып барылмаған конкурент көрәшенең киҫкенләшеүен күрәбеҙ. Илебеҙ яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларына ҡарата санкцияларҙың дауам итеүе шарттарында импортты алмаштырыуҙың бурыстары булып, Рәсәй технологияларын, ҡорамалдарын уйлап сығарыу һәм индереү, ғәмәлдәге предприятиеларҙы тиҙ арала яңыса ҡороу, яңы ғилми заманса производстволар асыу тора, – тине төбәк етәксеһе. – Көнбайыш санкциялары предприятиеларыбыҙҙы «дәртләндереп ебәрҙе», уларға илебеҙ асыштарының һәм продукцияларының өҫтөнлөктәрен баһаларға мөмкинлек бирҙе, инвестиция сәйәсәтен аяҡҡа баҫтырҙы тип әйтергә була. Нефть-газ өлкәһендә йыллыҡ инвестициялар күләме һуңғы алты йылда ике тапҡырҙан күберәккә артты.

Шуның менән бергә, республика Башлығы һүҙҙәренсә, нефть эшкәртеү тәрәнлеге әлегә 81 процент кимәлендә ҡала. Илдең 2035 йылға тиклем энергетика стратегияһында 91 процентҡа йүнәлеш һалынған. Шулай ҙа донъя күрһәткестәре бөгөн 95-97 процентҡа етә.

— Был кимәлгә етеү өсөн ил Президенты Владимир Владимирович Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә һөйләгән алға китеш кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Инвестицияларҙы нефть эшкәртеү һәм нефть-газ химияһы предприятиеларын яңыса ҡороуға, ғилми-тикшеренеү һәм һынау-конструкторҙар эшенең сифатын һәм ғәмәлдәге файҙаһын үҫтереүгә йүнәлтергә кәрәк.

Башҡортостан Башлығы инвестиция эшмәкәрлеге ҡарашынан республиканың иң әүҙем компаниялары иҫәбендә «Роснефть», «Башнефть», «Газпром» компанияларының бүлендек предприятиеларын атаны һәм уларҙың ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу буйынса пландары тураһында һөйләне.

Импортты алмаштырыу хаҡында һөйләгәндә, төбәк етәксеһе республика предприятиеларының бөтә кәрәкле компетенцияларға эйә булыуын һәм донъя кимәлендәге юғары сифатлы продукцияны сығара алыуын айырып әйтте.

— Һис шикһеҙ, был хәрәкәттең туҡталмаҫы, өҙөлмәҫе, фәнебеҙҙең, институттарыбыҙҙың эше ихтыяжлы булыуы тураһында оптимистик рәүештә белдерәм, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Шулай ҙа технологияларыбыҙҙы ҡулланыусылар уңға ла, һулға ла китмәһен өсөн хәлде һәр саҡ күҙәтергә кәрәк, әлбиттә. Рәсәйҙеке – тимәк, осһоҙ ғына түгел, сифатлы ла икәнлеген гел генә иҫбатлау шарт. Беҙҙең инжиниринг, ғилми-тикшеренеү үҙәктәре тулы күләмдә йөкмәтелер тип ышанам.

Пленар ултырышта шулай уҡ ғилми асыштарҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәре, нефть һәм газ-химияһы өлкәһендә Рәсәй технологияларының мөмкинлектәре һәм перспективалары, импортты алмаштырыу, газ менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.

25 майға тиклем үтәсәк форумдың программаһына 30-лаған эшлекле сара – халыҡ-ара конференциялар, секциялар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр инә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: