Юлдаш
-12 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Экология
11 апрель 2019, 02:00
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын сүп-сар, үлән һәм усаҡ яғыуҙан баш тартырға саҡыра
Башҡортостанда йыл башынан 1928 янғын булған, уларҙа 99 кешенең ғүмере өҙөлгән, 78-е төрлө йәрәхәттәр алған. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, янғындар һаны 3,36% кәмегән (1995 ут сығыу осрағы), әммә һәләк булыусылар — 16,5% (85 кеше), йәрәхәтләнеүселәр 1,3% (77 кеше) артҡан.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, республикала көндәрҙең ҡоро тороуына бәйле үлән яныу осраҡтары күбәйгән. Ҡоро үлән яныуҙың 107 осрағы теркәлгән, шуның 19-ы тәүлек эсендә, 9 апрелдә, булған. Янғындың дөйөм майҙаны 130,97 гектар тәшил иткән. Ошо факттар буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 31 протокол төҙөлгән, шуларҙың 19-ы — граждандарға, 12-һе — вазифалы кешеләргә ҡарата. 11 осраҡ буйынса административ хоҡуҡ боҙоу һәм административ тикшереү үткәреү тураһында енәйәт эше ҡуҙғатыу хаҡында ҡарар сығарылған.
«Апрелдең һуңғы көндәренд генә республикала ҡоро үлән яныуҙың 107 осрағы теркәлгән. Янғындың дөйөм майҙаны 1 миллион 300 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән, — тине Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫараы Эдуард Иҙрисов. — Урман янғындарының төп сәбәбе — кеше. Кешеләр үләндәрҙе яндыра, тәмәке төпсөктәрен ташлай, усаҡтарҙы тулыһынса һүндермәй. Үләндән урман яна башлай, йәнлектәр һәләк була, тотош ауылдар янып бөтә, тынды ҡыҫа торған төтөн менән торф сығанаҡтары барлыҡҡа килә. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә, сүп-сар, үлән, усаҡ яғыуҙан баш тартырға саҡырам. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған».
Башҡортостанда ут сығыу осраҡтарын ваҡытында асыҡлау һәм ғәйеплеләрҙе табыу буйынса 3113 кешенән торған 242 ведомство-ара мобиль төркөм ойошторолған. Улар 1105 берәмек техника менән тәьмин ителгән. Патруллек итеүҙең 627 маршруты билдәләнгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?