Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республикала йәшәүселәрҙе аномаль эҫелек тураһында иҫкәртә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 13 апрелдә республикала аномаль эҫе һауа торошо һаҡлана, уртаса һауа температураһы 7-10 градусҡа юғарыраҡ була.
Был көндә әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2,+7, таулы райондарҙа -3-кә тиклем, көндөҙ 15-20 градус.