-3 °С
Болытлы
Башҡортостанда урыны менән -30 градусҡаса һыуыта. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 16 мартта көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Башлыса яуым-төшөмһөҙ, төньяҡ райондарҙа төндә бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, ваҡыты менән 14 метрға етеүе ихтимал.
Һауа температураһы төндә төньяҡта -10,-15, көньяҡта -18,-23, урыны менән -30, көндөҙ -1,-6 градус була.
Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән 1-2 саҡрым шыйыҡ томан фаразлана.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, хәүефле метеорологик күренештәр көтөлмәй.