Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Һава торышы
18 ноябрь 2019, 02:00

Республикала аномаль һыуыҡ көндәр башлана – Гидрометүҙәк

Ноябрҙең икенсе декадаһында Уралда, Башҡортостанда, шулай уҡ Пермь крайының көньяғында һәм Свердловск өлкәһендә көслө ҡар яуа. Ошо төбәктәрҙә көндәр һыуыта башлай. Был хаҡта «Российская газета» баҫмаһына Рәсәй Гидрометүҙәге лабораторияһы мөдире Людмила Паршина хәбәр итте.

«Уҙған ял көндәре менән сағыштырғанда 5-7 градусҡаса һалҡынайта. Көндөҙ минус 6-11 градус. Артабан Уралда аномаль һауа торошо көтөлә. Төндә — минус 24-29, көндөҙ минус 16-21 градус була. Был норманан 12 градусҡа түбәнерәк», — тине Рәсәй Гидрометүҙәге вәкиле.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башгидрометүҙәк фаразына ярашлы, шишәмбе, 19 ноябрҙә, Башҡортостанда көндәр ҡапыл һыуыта. Төндә бер аҙ епшек ҡар, ҡар, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төньяҡта төндә һәм көндөҙ -12,-17, көньяҡта төндә һәм көндөҙ -3,-8, көн дауамында -12,-17 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Читайте нас: