Юлдаш
-5 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Һава торышы
16 сентябрь 2019, 02:00

Октябрҙә республикала һауа торошо ниндәй була: яҡынса фараз

Башҡортостанда уҙған аҙна йәйгесә йылы көндәре менән ҡыуандырҙы. Алдан хәбәр ителгәнсә, был аҙна башында «әбейҙәр сыуағы» тамамлана, термометр бағанаһы төшә башлай.

Башҡортостанда уҙған аҙна йәйгесә йылы көндәре менән ҡыуандырҙы. Алдан хәбәр ителгәнсә, был аҙна башында «әбейҙәр сыуағы» тамамлана, термометр бағанаһы төшә башлай.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә республикала ямғырҙар көтөлә. Дүшәмбе һәм шишәмбе, 16 һәм 17 сентябрҙә, бер аҙ ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Термометр бағанаһы төндә +6,+11, көндөҙ +13,+18 градус күрһәтә.

World-Weather фаразына ярашлы, көҙҙөң икенсе айы – октябрь – болотло һәм ямғырлы була. Һауа температураһы көндөҙ уртаса 9-10, төндә 4-5 градус тәшкил итә. Октябрҙең 20-ләрендә һиҙелерлек һалҡынайта: көндөҙ термометр бағанаһы +4 градусҡаса, төндә иһә -2 градусҡа тиклем төшә. Ай аҙағында – 29 октябрҙә республикала тәүге ҡар япмаһы ятыр тип көтөлә.


Читайте нас: