Юлдаш
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Һава торышы
4 март 2019, 02:00

Республика синоптиктары өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 4 мартта бер аҙ ҡар яуа, еңелсә буран. Юлдың айырым участкаларында ҡар, боҙлауыҡ.

Ел көньяҡ-көнбайыштан, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ — 5-10 градус һалҡын.

5 мартта урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — 12-17, аяҙытҡанда — 20-25 градус. Көндөҙ бер аҙ йылыраҡ — 5-10 градус.

6 мартта ваҡыты менән епшек ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, боҙлауыҡ, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә.

Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә — 5-10 градус һалҡын, көндөҙ иһә +1,-4 градус.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева

Читайте нас: