Юлдаш
0 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Һава торышы
21 гыйнвар 2019, 02:00

Башҡортостанда 25 градусҡаса һыуыта

Башҡортостан синоптиктары алдағы ике көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, 21 ғинуарҙа республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар, еңелсә буран, еңелсә боҙлауыҡ, ҡайһы бер юл участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан — секундына 9-14 метр.

Һауа температураһы төндә — минус 13-18 градус, аяҙытҡанда 20-25 градус һыуыҡ. Көндөҙ йылыраҡ — минус 10-15 градус.

22 ғинуарҙа Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Көндөҙ урыны менән аҙ ғына, еңелсә буран. Ел көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы төндә минус 13-18 градус, аяҙытҡанда 23 градусҡа тиклем һыуыҡ. Көндөҙ минус 8-13 градус.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева

Читайте нас: