Башгидромет алдағы өс көнгә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 18 ғинуарҙа Башҡортостанда көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуа, еңелсә буран. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә.
Һауа температураһы көндөҙ — 5-10 градус һалҡын.
19 ғинуарҙа республикала бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, көньяҡта яуым-төшөмһөҙ, еңелсә боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, Башҡортостандың көньяғында йомшаҡ.
Һауа температураһы төндә — минус 7-12 градус, аяҙытҡанда 14-19 градус һалҡын. Көндөҙ йылыраҡ — 3-8 градус.
20 ғинуарҙа синоптиктар төбәктә бер аҙ ҡар яуыуын, еңелсә боҙлауыҡ булыуын фаразлай. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — 7-12 градус һалҡын, көньяҡ-көнсығышта минус 17-гә тиклем. Көндөҙ — 4-9 градус һалҡын.
Источник: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева