Юлдаш
-5 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Һава торышы
17 гыйнвар 2019, 02:00

Синоптиктар Башҡортостанда керәшен һыуыҡтарын көтөргәме- юҡмы икәнен хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала көндөң болотло булыуы көтөлә. Көндөҙ ҡар яуа, айырым райондарҙа буран, еңелсә боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары.

Ел көньяҡ-көнсығыштан — секундына 7-12 метр, көсәйгәндә секундына 15-20 метр. Һауа температураһы көндөҙ — минус 3-8 градус.

18 ғинуарҙа төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә буран фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы төндә — 9-14 градус һалҡын, аяҙытҡанда — минус 16-21. Көндөҙ йылыраҡ — 5-10 градус һалҡын.

19 ғинуарҙа Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуа, еңелсә буран, республиканың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы төндә — минус 7-12 градус, аяҙытҡанда 13-18 градус һалҡын. Көндөҙ 4-9 градус һалҡын.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева

Читайте нас: