Юлдаш
-4 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Һава торышы
7 ноябрь 2018, 02:00

Республикала аҙна аҙағына -14 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда был аҙнала һауа торошоноң ҡапма-ҡаршы булыуы көтөлә, тип хәбәр итә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы.

Аҙнаның күпселек өлөшөндә уртаса һауа температураһының норманан 3-4 градусҡа юғары булыуы күҙаллана. Аҙна аҙағында ғәҙәттәгенән 4-5 градусҡа түбәнәйә. Һауа массалары алмашынғанда епшек ҡар яуыуы мөмкин.

Иртәгә, 8 ноябрҙә, бер аҙ епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, төндә һәм иртән ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3,+2, көндөҙ 0,+5 градус.

Кесаҙна, 9 ноябрҙә, төндә һәм көндөҙ республикала бер аҙ ҡар яуа, ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Төндә һауа температураһы -4,-9, аяҙытҡанда -14 градусҡаса, көндөҙ -1,-6 градусҡа тиклем түбәнәйә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова

Читайте нас: