Башгидрометүҙәк синоптиктары 13 сентябрҙә республика биләмәһендә һауаның +25 градусҡа тиклем йылыныуын фаразлай. Бындай күрһәткестәр көндөң икенсе яртыһында көтөлә. Төбәктең күпселек өлөшөндә яуым-төшөм көтөлмәй, әммә төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.
«Иртән урыны менән томан. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 0-5 метр, көндөҙ 7-12 метр, көсәйгәндә секундына 17 метрға етә», — тип хәбәр ителә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының рәсми сайтында.
Өфөлә шулай уҡ йылы һауа торошо көтөлә. Урындағы ваҡыт буйынса сәғәт 5-кә һауа температураһы +22 градусҡа етә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук