Шаршамбы, 12 сентябрҙә, Башҡортостан халҡын иртәнге томан һәм һалҡынса һауа көтә. Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, көндөҙ республика биләмәһендә көньяҡ-көнбайыштан ел күтәрелә, көсәйгәндә уның тиҙлеге секундына 5-10 метрға етә.
Көндөҙ термометр күрһәткесе 16-21° тиклем күтәрелә.
Өфөлә – яуым-төшөмһөҙ. Һауа температураһы 15-19 градус. Билдәләп үтергә кәрәк, бындай һауа торошо был аҙна аҙағына тиклем һаҡлана.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук