Башгидромет фаразына ярашлы, алдағы өс көндә республикала йәйгесә йылы һәм ҡояшлы була.
28 августа синоптиктар Башҡортостанда көндөң аяҙлы-болотло булыуын фаразлай. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы көндөҙ 20-25 градус.
29 августа һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй: көн аяҙлы-болотло, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 8-13 градус, урыны менән +3-кә тиклем. Көндөҙ һиҙелерлек йылы — 21-26 градус.
30 августа ла республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 8-13 градус, урыны менән +3-кә тиклем. Көндөҙ 21-26 градус йылы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева