Юлдаш
-6 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
АКЦИЯЛӘР
3 сентябрь 2018, 02:00

Республикала «Халыҡ хәтере» акцияһы старт алды

2 сентябрҙә — Икенсе донъя һуғышы тамамланған көндә «Халыҡ хәтере» акцияһы старт алды. Ул республикала йәшәгән һәр кемгә ата-бабаларының хәрби юлы һәм ҡаһарманлыҡтары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Акция барышында республиканың барлыҡ ҡалаларында ҡабул итеү бүлмәләре эшләй, унда туғандарыңдың наградалары, хәрби юлы тураһында мәғлүмәт алырға була.

Проектты тәүге тапҡыр Башҡортостандың Йәмәғәт башланғыстары форумында Рәсәй Эҙәрмәндәр хәрәкәтенең республикалағы бүлексәһе советы рәйесе Владимир Волков тәҡдим итте. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың туғандары ата-бабаларының хәрби юлы, уларҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында мәғлүмәт биреүҙе һорап йыш мөрәжәғәт итә, тип билдәләне ул. Был акция ошо мөрәжәғәттәрҙе тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева

Читайте нас: